Ҡатын-ҡыҙ- милләт әсәһе” / “Женщина-мать нации”
Ҡатын-ҡыҙ- милләт әсәһе” -Бөтә Рәсәй конкурсы ла күңелдәрҙә онотолмаслык тьәсораттар ҡалдырып,шау-гөр килеп үтеп тә китте.
Илебеҙҙең 24 төбәгенән 500-ҙән артыҡ бәйгесе ҡатнашҡан был матур,фәһемле,патриотик рух менән һуғарылған сарала ҡатнашыу бәхете миңә һәм ырыуҙаштарыма ла тейҙе..
Гөлнур Ғалинур ҡыҙы Ҡолһаринаның илһөйәрлек рухы менән.һуғарылған был проекты йәмғиәттә ҡатын-ҡыззарҙың әүҙемлеген арттырыу, мәҙәни-ижади башланғыстарын үҫтереү гә юнәлтелгән.
Лидер,педагог,ғалим һ.б. ҡатын- ҡыҙҙарыбыҙ , геройҙар тәрбиәләгән әсәләр тәбрикләнде был көндө. Ырыуҙаштарыбыҙ Яңы Ябалаклынан- Кәримә Әхмәтшина,Ҡара Яҡуптан Саймә Усмановаға Рабиға Ҡушаева исемендәге миҙал һәм бүләктәр тапшырылды.Махсус хәрби операцияла батырҙарса һәләк булған яугирҙәрҙең әсәләре улар.
Разилә Әхмәтшина менән конкурстың финалына сығып Сертификатлы булдыҡ.Башкорт ҡатын-ҡыҙҙары ойошмаһының Почет грамотаһына лайыҡ булыуыма ла бик шатмын.
Социаль селтәрҙәргә һалған эштаремде баһалап,дәрт – ҡеүәт өҫтәп торған ауылдаштар,ырыуҙаштар, туғандар һәм ғаиләмә ҙур рәхмәтлемен.
Лена Булатова-Хисмәтуллина.