Герб Чишминского района

Муниципальное автономное учреждение культуры
«Чишминская районная межпоселенческая библиотека»
муниципального района Чишминский район Республики Башкортостан

Сценарий вечера памяти, посвященного 100 летию со дня рождения народной артистки Республики Татарстан и Республики Башкортостан Фариды Кудашевой

Шишмәбеҙҙең ынйы бөртөгө

(Башҡортостан һәм Татарстандың халыҡ артисы Фәриҙә Ҡудашеваның тыуыуына 100 йыл тулыу уңайынан хәтер кисәһе) 

Сәхнә түрендә Фәриҙә Ҡудашеваның ҙур фотоһы эленгән.

1 слайд

Сараны асыу өсөн Фәриҙә Ҡудашеваның  “Димдә тыуҙым, Димдә үҫтем” йыры йәки проекторға уның башҡарыуында йыр менән  видео ҡуйырға мөмкин.

 2 слайд

1 алып барыусы:

Моңдарыңдан өҙөлә йөрәк,

Эй, һандуғас,

Һайрауыңды көтөп алып,

Һәр таң тыуғас…

Моң даръяһы…Бар донъя, барса йыһан буйлап һибелгән илаһи ауаздарҙан хасил була ул. Кеше күңеленең моң менән ҡауышыуы ла тамсы менән диңгеҙ, япраҡ менән ағас кеүек үк камил бер бөтөн. Күңелгә моң өҫтөнә моң һарыла… Ул бар булмышыңды биләп ала. Бындай ҙа ҡайнар хистәрҙе күҙ йәше менән генә йыуып булалыр…

3 слайд

2 алып барыусы:

…Бәләкәй генә ҡыҙыҡай күпереп үҫкән үләнле аҡланда йәшеллеккә, аллы-гөллө сәскәләргә иҫе китеп ҡарап ултыра. Матурлыҡҡа хайран ҡалған ҡыҙ үҙе лә балаларса һөйкөмлөлөгө менән генә түгел, күңеле һәм рухы менән һоҡланырлыҡ илаһи ине ул мәлдә. Кескәй ҡыҙыҡай  ана шулай тәбиғәттең гүзәллегенә: күктең зәңгәрлегенә, ҡар бөртөктәренең нәфислегенә, йәйҙең сағыулығына ғәжәпләнә-ғәжәпләнә, тойғоларға, күңел моңона ла байый бара.

1 алып барыусы:

Моң шишмәһе

Фәриҙә Ҡудашеваға

Моңло итеп йырлай берәү,

Һуштан яҙһын, ти буғай, —

Күңелендә яҙ–боҙҙар ирей,

Тын ҡалып тыңлай турғай…

Һайрай милләттең былбылы,

Моңдарҙы епкә теҙеп, —

Бәғеркәйҙәремде телеп,

Үҙәктәремде өҙөп.

Һыуһынымды баҫармы

Һыуы моң шишмәһенең, —

И, былбылым, моң ҡылдарың

Алтын-көмөштөр һинең.

Яңғырай йыр, моң тирбәлә,

Йөрәккә үтеп кереп, —

Йәнгә һеңә, тәнгә  һеңә,

Балауыҙ  кеүек иреп…

1 алып барыусы:

Ултырҙым ла кәмәнең түренә,

Ҡараным ла һыуҙың төбөнә,

Һыу тәнкәйҙәрендә һис ҡара юҡ,

Күрәсәкте күрмәй сара юҡ.

Бындай ҙа уйсан һағыштың сабый йәнен биләүен ни менән аңлатырға? Моң менән. Бары тик моң менән. Һандуғасты һайрарға өйрәтәләрме ни?  Ҡыҙыҡай Хөршиҙә менән ҡустыһы Радикты: «Мин сәскәләргә ҡараһам да йыр ишетәм», — тип аптыра­тып ҡуя.  Был ҡыҙ бала-Фәриҙә.  Уның ҡолағына салынған көй бер ҡасан да эсенә генә һыймай, түгелергә тора. Йыр булып ағыла…

 Фәриҙә Ҡудашева репертуарынан йыр. “Һағыш”. Халыҡ һүҙҙәре.

Ф. Ҡудашева көйө.

Беҙ бараһы юл ситтәре

Ҡуйы тал сыбыҡ ҡына.

Моңло ҡоштар булдым инде,

Һайрамайым сығып ҡына.

Йәшел туғай эстәрендә

Ҡош балаһы аҙашҡан.

Һағыныуҙарым биниһая.

Ерҙән күктәргә ашҡан.

 

2 алып барыусы:

Фәриҙә Ҡудашева йырлай… Иҫкитмәле тылсым ҡөҙрәтен һүҙ менән генә тасуирлап биреү мөмкин түгел. Халыҡ Фәриҙә Ҡудашеваны тыңларға ярата. Иҫе китеп, сихырланғандай тыңлай. Бының сере нимәлә һуң?!  Кеше иң элек йырҙан моң көтә, ишетергә теләй. Ә Фәриҙә Ҡудашевала иһә иҫ киткес моң байлығы бар, йөрәге уның гел тибеп торған моң шишмәһе кеүек, ниндәй генә көйҙө йырламаһын, ул иң элек моңло итеп йырлай. Әгәр Фәриҙә моңдан мәхрүм булһа, йырсы булыуҙан туҡтар ине. Һәр хәлдә, беҙ бер кемгә лә оҡшамаған, үҙенә бер талантлы йырсыны күрмәҫ инек.

4 слайд

2алып барыусы: Ә бит тәбиғәт тарафынан бирелгән был бай моңдо тыңлаусыға еткерә белергә лә кәрәк бит әле! Уның йырлауын “сихырлы “иткән серҙең халыҡҡа еткерә белеүҙә. Нисек йырлай ул?! Тәбиғи итеп, көйҙәрҙең үҙенсәлеген тойоп, бөтә сафлығын һәм аһәңен еренә еткереп йырлай. Дөрөҫ, уның тауышы яңғырашы буйынса көслө түгел, ләкин был тауыш иҫ киткес иркен, киң ҡоласлы, бәрхәттәй йошмаҡ…

1 алып барыусы:

Ҡасандыр Фәриҙә Ҡудашеваға:

«…Әгәр төнгө күктә тулған ай йырлап ебәрһә, уның тауышы тап һеҙҙеке кеүек булыр төҫлө», — тигәндәр. Ысынлап та, йырсының моңо йылғалар ағышы, ҡоштар тауышы, үләндәр шыбырлауы ши­келле үк тәбиғи һәм, шундай мөғжизә ҡылына ҡалһа, тулған ай ҙа, сәскәләр ҙә, болоттар ҙа нәҡ Фәриҙә Ҡудашева һымаҡ йырларҙай тойола.

Һайрай былбыл, һайрай былбыл,

Һайрай былбыл үҙәндә,

Һайрай шул былбыл үҙәндә,

Үҙәге өҙөлгәндә…

Ҡурай моңо. Ф. Ҡудашева репертуарынан  “Мәҙинәкәй”

5 слайд

2 алып барыусы:

Ағиҙелкәй, һинең юлың ҡайҙа?

Сәскәләргә тулған туғайҙа,

Туған илем кеүек шулай матур,

Шулай рәхәт булған ил ҡайҙа?

Туған илем кеүек киң рәхәтлек

Ер шарында һис бер илдә юҡ,

Туған еремдәге был матурлыҡ,

Был сәскәләр һис бер ерҙә юҡ…

-тип башлап ебәрә ине коцерттарын Фәриҙә апай.

6 слайд

1 алып барыусы: Эйе, тыуған ил, туған ер, кешегә көс бирә, дәрт бирә, моң бирә. Фәриҙә Ҡудашеваның тыуған ауылы ла уға ошоларҙы биргәндер.  Йырсыбыҙ тыуған Келәш ауылы үҙе түбәнерәк ергә урынлашҡан, бындай хәл, моғайын, һалҡын елдәрҙән һаҡлағандыр. Ҙур юл буйлап Өфө яғынан килгәндә ул башта күҙгә күренмәй. Ҡаҙанғол ҡалҡыулығына килеп етәрәк ауыл бик йыйнаҡ, матур булып, ус төбөндә ятҡан шикелле күренә. Ауыл осондағы мәсет урамы ағастары өҫтөндә тиҫтәләгән ҡарға оялары бик сер­ле булып, күңелде шомландырып ебәрә. Ә Ҡаҙан­ғол ҡалҡыулығының түбәһенә менеп, тирә-яҡҡа ҡараһаң, күҙҙәрҙе сағылдырырлыҡ гүзәл күренеш: ураҡ кеүек ялтырап ятҡан Аҡманай күле, гүзәл Дим йылғаһы, уның керпектәре кеүек теҙелеп киткән күк талдары, тиҫтәләгән төрлө гөл-сәскәләр менән ҡапланған туғай, ҡайһы яҡҡа ҡараһаң да матурлыҡ, иркенлек.

7 слайд

2 алып барыусы:

Шундай хозур ерҙә Фәриҙә 1920 йылдың 15 декабрендә ғаиләлә дүртенсе бала булып донъяға килә. Бала тыуғас, атаһы Йәһүҙә менән әсәһе Рәхимә бик шатланалар, хәҙер улдары ла, ҡыҙҙары ла булды бит. Ҡыҙҙарына бик матур исем эҙләргә тотона улар.Заманында бик күптәрҙе тулҡынландырған әҫәр бар ине. Был — талантлы татар яҙыусыһы Саҙри Жәләйҙең «Дим буйында» тигән берҙән-бер ҙур әҫәре. Әҫәрҙең төп геройҙары Фәриҙә менән Рөстәм. Уларҙы Ромео һәм Джульетта менән һис шикһеҙ сағыштырып була. Сәйфетдин ағаһы менән еңгәһенә ҡыҙҙарына мотлаҡ Фәриҙә тип ҡушырға кәңәш бирә.Туғандарының ризалығын күреп, Сәйфетдин: «Фәриҙә — ул ғәрәп һүҙе, «ынйы бөртөгө, брилли­ант, тиңдәшһеҙ, берҙән-бер» тигәнде аңлата бит, ағай, еңгәй! Етмәһә, ул әле бик аҙ таралған да!”-тип өҫтәй.

1алып барыусы:

Фәриҙә Ҡудашеваға

Бар тәбиғәт йырлап торған

Яҙғы бер таңда,

Донъяға килә бер бала

Башҡортостанда.

Фәриҙә исеме ҡушала

Әсәһе уға,

Йырлай-йырлай, көйләй-көйләй

Бишеккә һала.

Тибрәтһен тип Фәриҙәне

Гел моңло көйҙәр,

Бишегенә былбыл ҡунып

Һайраған, тиҙәр.

Былбыл күргәс, Фәриҙәнең

Теле асылған.

Ҡош ҡанатылай ҡулдарын

Былбылға һуҙған.

Иң беренсе былбыл моңон

Отоп алған ул.

Отоп алып, матур-матур

Көйгә һалған ул.

Былбылдан моң һәм тел алып

Үҫкән Фәриҙә.

Үҙе былбыл булып һайрай,

Һайраһын әйҙә!..

Гөлшат Зәйнәшева 8.07.1966 йыл, Ҡазан

Башҡорт бейеүе. Ҡош (Һандуғас) кейемендә бейеү.

8 слайд

2алып барыусы:

Келәш ауылының мәктәбенә Фәриҙә бик теләп йөрөй. Үҙҙәрен уҡытҡан Хөснә апаһын бигерәк тә ярата, ихтирам итә. Хөснә Бикбулатова — Сафар ауылы ҡыҙы. Урта буйлы, һоро күҙле бик сибәр ҡыҙ. Һүҙгә оҫта булһа ла, күп һөйләргә яратмай, һүҙендә ныҡ тора, талап­сан, һирәк йылмая. Әгәр ул йылмайһа, балаларҙың уңышын, шатлығын күреп йылмая. Быны балалар тиҙ аңлап ала. Уларҙы шаҡҡатыра торғаны — уның йырлауы. Тауышы түбән, күкрәктән сыға торған йомшаҡ, моңло тауыш. Татар халык йырҙарын ма­тур итеп йырлай, ә үҙе шул ваҡыт гармунда ла уйнай. “Ай-урағың һалып иңбашына” йырын Фәриҙә тәүҙә  Хөснә апаһынан ишетә.

“ Ураҡсы ҡыҙ” йыры башҡарыла. Н. Исәнбәт һүҙҙәре. Х. Ибраһимов көйө.

9 слайд

1 алып барыусы:

Өрлөктәй ун бер егет үҫтергән ғаиләнең етеш йәшәүе тәбиғи ҙә, кулактарҙы һөргән ваҡытта аҡыл­ды ситкәрәк ҡуйып эш иткәндәр күрәһең. «Дөрөҫ, бер ай ҙа үтмәне, беҙҙе аҡланылар, урта хәлле крәҫтиән икәнлегебеҙҙе раҫланылар. Әммә атайымдың ҡулынан эш төштө, ул ситкә китергә ҡарар ҡыл­ды», — ти Фәриҙә апай Ҡудашева.

Китермен илегеҙҙән,

Тынырмын һүҙегеҙҙән.

Сәхрәләрҙә аҡҡош булһам,

Һыу ҙа эсмәм күлегеҙҙән.

Тыуған ер тойғоһо бала саҡта айырыуса көслө була шикелле ул. Ун йәшендә ауылын ташлап, яратҡан болондары, Аҡманайы, йүгереп йөрөгән һуҡмаҡтары менән хушлашырға тура килә. Тойғола­ры күҙ йәштәре менән бергә моң булып түгелеп ҡала… Ғаилә Баймаҡ районына күсеп йәшәй баш­лай. Йырсының репертуарын биҙәгән башҡорт таҡмаҡтары шул дәүерҙә үк  уның күңел түренән урын ала.

Таҡмаҡтар йырлау. Таҡмаҡтарҙы Фәриҙә Ҡудашева репертуарынан да алырға мөмкин.  

10 слайд

2 алып барыусы: 

Фәриҙә Ҡудашеваға Ҡыйғы һуҡмаҡтары аша үтеү, Дүртөйлө һыуҙарын эсеү насибы тейә. Йыр-моңға бай Ҡыйғы тарафтары… Фәриҙә Ҡудашеваның матур бер ҡыҙ булып үҫеп килгән мәле. Ҡыйғыла йәшәгәндә, 1934 йылдың ҡар һыуҙары гөрләп аҡҡан йәмле апрель айында, 38 генә йәшлек Рәхимә апай яҡты донъя менән хушла­ша. Келәштең ауыл китапханаһында, ҡышҡы оҙон кистәрҙе ҡыҫҡартып, ололар ҙа, балалар ҙа сигеүсигеп, бәйләм бәйләп ултырғандан һуң ҡайтырға сыҡҡас, ниңә гел айҙағы Зөһрә ҡыҙға ҡараны икән?! Үгәй әсә ҡулында интегеүгә сыҙай алмай, айға ме­неп кенә йән тыныслығы тапҡан ҡыҙҙы йәлләп, йөрә­ге һыҙлай торғайны… Ә хәҙер, әсәһен юғалтҡас, үҙ йәне һыҙыла.

1 алып барыусы:

Етенсене бөтөргәс, Фәриҙә Ҡудашева Өфө сәнғәт техникумына уҡырға инә һәм уны гел «бишле»гә тамамлай.

11 слайд

1941 йылда Башҡорт дәүләт фи­лармонияһында эшләй башлай. Имсәк бала менән гастролдә йөрөүҙәр…  Һуғыш башланыу хәбәрен Ейәнсура районының Муйнаҡ ауылында ишетә. Са­быйын күтәреп, ауылдар араһын йәйәү үтергә лә ту­ра килә. Аптырағас, Башҡорт драма театрына күсеп ҡарай. Йәштәр күп, ролдәр әҙ. Алтын менән баҡырҙы тиҙ арала билдәләр өсөн зирәклек кәрәк. Ҡыҫҡаһы, алты йәш артистканы, шул иҫәптән Фәриҙә Ҡудашеваны ла, матур әйткәндә, ҡыҫҡарта­лар.  Шул ваҡытта уны радио ко­митетына солистка итеп саҡыралар. Ошо мәлдән башлана ла инде уның сәнғәттәге һоҡланғыс яҙмы­шы! Комитетҡа көнөнә йөҙ хат килһә, уның туҡһан туғыҙы Фәриҙә Ҡудашеваға исемләнә.

2 алып барыусы: 

Һуғыш алып килгән ғәрәсәт Фәриҙә Ҡудашева­ны ла урап үтмәй. Үҙе теләп фронтҡа киткән шаян да, сибәр ҙә, аҡыллы ла бер туған һеңлеһе Хөршиҙә яу ҡырында һәләк була. Был һуғыш күпме кешегә әрнеү, ҡайғы алып килә. Йөрәктәрҙә улар өсөн әрнеү төҙәлмәҫ яра булып ғүмергә ҡала.

“Өсөнсө көн тотош ҡар яуа” йыры башҡарыла-

12 слайд

1 алып барыусы:

Күңел яраларын ваҡыт әкренләп дауалай. Фәриҙә Ҡудашеваға ла бәхет йылмая. Бәпембә кеүек һары сәсле, зәңгәр күҙле, үтә ихлас һәм тере­мек Бәхти Ғайсин менән улар һоҡланырлыҡ матур пар ине. Икеһе өсөн дә изге моң донъяһы, рухи һәм ижади уртаҡлыҡ, бер-береһенә тәрән ихтирам, бер-береһенең талантын таныу, ҡәҙерләү уларҙың яҙмышын ғүмергә айырылғыһыҙ мөҡәддәс тойғолар менән бәйләп ҡуя.

13-14-15-слайды

Ә. Баян һүҙҙәре, Б. Ғайсин көйө. “Ике аҡҡош” йыры башҡарыла.

2 алып барыусы:

Фәриҙә Ҡудашева һәм Бәхти Ғайсиндың бергә сығыш яһауҙарын һағынып һөйләргә генә ҡал­ды. Уның беҙҙең аранан китеүенә лә нисәмә йыл ин­де… Был ҡайғыһы уңалырға ла өлгөрмәгән көйө Фәриҙә Ҡудашева берҙән-бер ҡыҙы Ренараны ла ерләй.

16 слайд

Фәриҙә Ҡудашева башҡарыуында “Һибелә сәсәк” йыры

17 слайд

Аяуһыҙ яҙмыш йырсының яғымлы, наҙлы, моң менән тулы күңелен барыбер үҙгәртә алмай. Ке­шеләргә, йәшәүгә, йырға мөхәббәте инде нисәнсе ҡабат уны өмөтһөҙлөктән ҡурсып ҡала, сәнғәт ал­дындағы яуаплылыҡ тойғоһо яңынан эшкә егелерлек  көс бирә. Маҡтаулы исемдәргә  лайыҡ була.  Яңынан- яңы матур йырҙары менән кеше күңеленә моң тарата.

18-19 слайды

Башҡорт халыҡ йыры “Элмәлек” йыры башҡарыла

20 слайд

1 алып барыусы:  Фәриҙә апай бер генә минутта бер үҙе генә булмағандыр. Ауыр мәлдәрендә гел янында яҡындары, дуҫтары булды. “Тауҙар юлын йырһыҙ үткәнем юҡ”-тип әйткән һүҙҙәре бар йырсыбыҙҙың. Шул тауҙарҙы, бейек-бейек, ҡаршылыҡлы тауҙарҙы йыр менән үткәндә янында һәр саҡ яҡын , тоғро дуҫтары булды.

 21- 22 слайд

 “Тауҙар юлы” Н. Нәжми шиғыры, З. Исмәгилев музыкаһы. Ф. Ҡудашева башҡарыуында. 

        23 слайд                                                                                                                                                                                                                      

“Һағынам, дуҫтар илкәйҙе”. Халыҡ һүҙҙәре. Ф. Ҡудашева көйө. Үҙе башҡарыуында

 “Һағынам, дуҫтар илкәйҙе”.

Һағынам, дуҫтар, һағына дуҫтар,

Һағына тыуған илкәйҙе.

Илкәй менән бергә һағынам

Йәшләй һөйгән йәремде.

Баш ҡуям теҙҙәреңә,

Йәш ҡоям эҙҙәреңә,

Әллә ниҙәр бирер инем,

Ах, тигән һүҙҙәреңә.

Ағаһың , Ағиҙелкәйем,

Ҡыҙыл ярҙарың менән.

Ҡалаһың, туған илкәйем,

Һөйгән ярҙарым менән.

Ә белһәң ине  һине тыуған ерең, илең  нисек һағына… Һүҙ менән генә аңлатып бөтөрлөк түгел.  Фәриҙә апай бөйөк тә, шул уҡ ваҡытта ябай ҙа булып ҡала белгән йырсыбыҙ. Ысын-ысынында. Ул бәхетле шәхес: халыҡтың яратҡан йырсыһы булды. Ул халыҡҡа:” Һеҙ мине яраттығыҙ, иркәләнегеҙ,үҙ иттегеҙ, мин йырҙарымды һеҙгә бағышлап йырланым, һеҙҙең күңелегеҙҙе табырға тырыштым, үҙем һеҙ яратҡан йырҙарҙы ғына йырланым, бөтә ғүмеремде йырға бағышланым, шуның өсөн мин бәхетле”- тине.  Матур тормош юлы үтте. Йырлатты ла, илатты ла ул беҙҙе.

24-24 слайды

Бирһә бирер икән Хоҙай моңдо.

Фәрештәләр тауышы — Фәриҙә…

Тынып ҡалған был моң һәр йөрәктә,

Йәшәп ҡалыр был йыр һәр өйҙә…

Былһағыштар — һыу ағыштарымы,

Кәкүк тауышымы — илаһи…

Бер тибрәтә йәнде, бер тетрәтә —

Фәрештәләй тауышы, билләһи…

Уралыптар аҡҡан ҡурай моңомо,

Ағиҙелдең ҡамыштарымы

Шаулай шулай…

Ғүмер йәйҙәренең

Әллә үтеп барыштарымы…

Һарыла йәнгә, һарыла

Аңлатып булмаҫ һағыш.

Өҙә бит үҙәктәремде

Фиҙаҡәр, моңло тауыш!

25-26 слайды

Алып барыусылар уҡығанда , М. Садриев уйнауында “Зөлхизә” көйөн ҡуйырға мөмкин.

Ҡулланылған әҙәбиәт:

1.Фарида Кудашева. Жизнь и творчество. Өфө. “Китап”. 2004

2.Фәридә  Кудашева. Илаһи моң иясе: мәкаләләр, истәлекләр, әңгәмәләр, хатлар, шигырьләр, мәзәкләр. – Казан: Татар. кит. нәшр. -2015

  1. Фәридә:эссе.С. Кудашева.-Уфа:Изд-во”Здравоохранение Башкортостана”, 2011
  2. Компакт-диск: Ф.Кудашева. Таулар юлы. Проект авторы Р. Миңнуллин

5 Компакт-диск: Ф. Кудашева. Ямьле Агыйдел буйлары. Проект авторы Р. Миңнуллин

  1. Компакт-диск: Ф. Кудашева. Кайтырсың шикелле. Проект авторы Р. Миңнуллин
  2. 7. Компакт-диск: Ф. Кудашева . Сагынам, дуслар, илкәйне. Проект авторы Р. Миңнуллин

 

Скачать (PPTX, 18.9MB)

 

Автор: Салихова Л.А