Снайпер Рая
Снайпер Рая
“Их, тиҙерәк, тиҙерәк, нисек тә булһа менеп етергә кәрәк!” Рәшиҙә винтовкаһын алып, йорттоң өҫкө ҡатына ашҡынды. Был ваҡытта немец пулеметы ҡуйы ағаслыҡ араһынан беҙҙең һалдаттар өҫтөнә утлы ҡурғаштарын яуҙыра ине. “Иптәштәрем ҡырылып бөтә инде,”-тигән әрнеүле уй уның йөрәген телеп үтте. Ниһайәт, менеп етте! Юғарынан, ҡасандыр Прага ҡалаһының матур урыны булған парктан, бөгөн үлем уты һибелә. Рәшиҙә оптикалы тоҫҡап атыу винтовкаһын ипләп кенә ҡуйып, дошманды эҙләй башланы. “Әһә, ҡара уны, нисек оҫта йәшенгән!”-тип Рәшиҙә атып та ебәрҙе. Пулемет тынды. Бынан файҙаланып, һалдаттар алға ынтылды. Рәшиҙә еңел һулап ҡуйҙы. Был батырлығы өсөн ҡыйыу ҡыҙҙы “Батырлыҡ өсөн” миҙалы менән бүләкләйҙәр. Ысынлап та, Рәшиҙә ҡыйыу, ҡурҡыуҙы белмәҫ ҡыҙ булып үҫә. Исемен дә белеп ҡушҡандар. Ғәрәп теленән “ҡыйыу, батыр”, “дөрөҫ, тура юлдан барыусы”һүҙен аңлата
Яҙмыш тигән нимә кешегә һәр ваҡыт берәй ҡаршылыҡтар килтереп сығара. Рәшиҙәнең тормошонда ла аяныслы хәлдәр күп була. Ул Шишмә районының Урта Усман ауылында тыуа. Әсәһе икенсегә бала тапҡанда үлә. Рәшиҙәгә был ваҡытта ни бары ике генә йәш була. Ә ун ике йәштә атайһыҙ ҙа ҡала. Йәтим баланы Илкәш ауылында йәшәүсе Минйыһан апаһы ҡарарға ала. Эшһөйәр, тыныс ҡыҙ баланы был ғаиләлә яраталар, үҙҙәренең балалары кеүек тәрбиәләп үҫтерәләр. Мәктәпте тамамлағас, элемтә бүлегенә эшкә инә. Шулай матур ғына эшләп йөрөгәндә, бөтә илебеҙгә ҡайғы килә. Немец илбаҫарҙары беҙгә һуғыш аса. Был ҡәһәрле һуғыш Рәшиҙәнең яҡындарын да аямай. Мәсхүт исемле ағаһы һәм еҙнәһе яу яланында ятып ҡала. Әлбиттә, ҡыйыу ҡыҙ Рәшиҙә илгә бәлә килгәндә тыныс ҡына ятып ҡала алмай. Иптәш ҡыҙы Мәүхибә Ғәлекәева менән үҙе теләп 1944 йылда фронтҡа китә. Подольск ҡалаһында Үҙәк махсус уҡсылар мәктәбен тамамлағас, икенсе Украин фронтына ебәрелә. Уларҙы командиры Рыбченков:”Эх, ҡыҙҙарым минең, һау булығыҙ. Еңеү менән алдан уҡ тәбрик итәм, сөнки Еңеүгә күп ҡалманы инде. Иҫән булығыҙ. Хәйерле юл!”- тип оҙатып ҡала. Уны “снайпер Рая” тип йөрөтәләр. Үҙенең мәргәнлеге менән тәжрибәле һалдаттарҙы ла ғәжәпкә ҡалдыра ул. Фашисты бер атыуҙа уҡ юҡ итергә кәрәкһә, Рәшиҙәне “Эй, снайпер, девчонка приходи, фрица сделай –нет!”-тип уны саҡырғандар.
Рәшиҙә апай тураһында Шишмә районгәзитендә мәҡәлә баҫылып сыҡҡан. Шишмә телевидениеһы ла тапшырыуҙар әҙерләгән. Был тапшырыуҙарҙа ҡатын-ҡыҙҙың ир-аттар менән бер рәттән һуғыштың алғы һыҙығында һуғышҡаны, ауырлыҡтарға бирешмәйенсә, Туған ил өсөн, уның азатлығы өсөн ғүмерҙәрен дә фиҙа ҡылырға әҙер булыуы тураһында әйтелә. Рәшиҙә Юлдашева ла шундай ҡатын-ҡыҙҙарҙың береһе. Уның тыныс, йылмайып ҡына торған йөҙөнә ҡарап торһаң-аптырарлыҡ. Әйтерһең дә, шундай мәһшәрҙә ҡатнашмаған да. Уйлап ҡараһаң, ғүмеренең һәр минуты, секунды ҡыл өҫтөндә булған. Әгәр ҙә шулай һалҡын ҡанлы, сабыр булмаһа, снайпер ҙа була алмаҫ ине, моғайын.
Рәшиҙә апайҙың был донъянан китеүенә өс йыл. Әммә ул беҙгә шундай матур хәтирәләр ҡалдырып киткән. Иптәш ҡыҙҙары тураһында һөйләгәндә, күҙҙәренә йәш килә. “Фәрештәләрем һаҡлағандыр инде мине. Ун ҡыҙҙан мин генә иҫән ҡалдым бит. Ун ҡыҙ инек! Бер мин ҡалдым иҫән. Дүртәүһе беренсе көндә үк һәләк булды.”-тип әрнеп әйтә ул. Бигерәк тә, Сарапул ҡалаһынан Тося Магнибеда исемле әхирәте тураһында әрнеп иҫкә ала. Шундай алсаҡ күңелле, тормош яратыусан дуҫ ҡыҙын юғалтыу бик ауыр булған, күрәһең. Был һәләк булған ҡыҙҙар барыһы ла маҡтауға лайыҡлы, батыр йөрәкле ҡыҙҙар. Рәшиҙәгә лә Мрав бейеклеген алғанда, батырлыҡ күрһәткәне өсөн 353-сө номерлы приказ менән Юғары баш командущий рәхмәтен белдерә. Бер уйлаһаң, снайпер булыу хәтәр ауыр нимә бит ул. Белмәгән, күрмәгән ерҙә бер үҙең, күренмәйенсә генә йөрөп, уңайлы позиция һайлайһың. Ә бит ниндәй генә һауа шарттары булмаған, ямғыры ла ҡойоп түккән, ыжғыр бураны ла һине йәлләп тормаған, эҫе ҡояш аҫтында ла түҙергә тура килгән. Оҫта йәшенә лә белергә кәрәк. Рәшиҙә апайҙы хәрби отҡорлоғо әллә нисә тапҡыр үлемдән алып ҡала. Өҫтәүенә, уның һүҙҙәренә ҡарағанда, кронштейн менән снайпер винтовкаһы ла ауыр, самаһы менән биш килограмм булған. Ул винтовкаһын иркәләп кенә “Снапская винтовка” тип атай. “Снайперҙың мәргәнлеге винтовканың оптикаһына бәйле. Уны бик һаҡларға кәрәк. Оптика аша ҡарайһың да дошманды күреп, атып та ебәрәһең. Шинель кеҫәһе тулы патрон. Шыуышҡанда винтовка олонона сит предметтар эләкмәҫкә тейеш. Бик ҡәҙерләргә кәрәк инде винтовканы. Һәр ваҡыт үҙең менән йөрөтәһең.”-тип иҫкә ала Рәшиҙә апай видеотаҫмала. “Күпме дошмандың башына еткәнмендер, уныһын иҫәпләп торманым,-тип өҫтәй ул. Бигерәк тә баҫалҡы шул беҙҙең ҡатын-ҡыҙҙар. Ана шул тыйнаҡлыҡ Рәшиҙә апайҙың йөҙөнә сыҡҡан. Тик һәләк булған иптәш ҡыҙҙары тураһында ғына һүҙ сыҡһа, күҙ йәштәренә ирек бирә. Туҡһан йәштән өҫтә булыуына ҡарамаҫтан хәтере лә шәп уның. Командирҙарының, полкташтарының, ауыл, ҡала исемдәрен иҫтә тота.
Эйе, еңеү килә. Шатлыҡтың сиге булмай. Тик был шатлыҡ юғалтыу, әрнеү, күҙ йәштәре менән ҡушылған. Рәшиҙә иҫән-аман, бер яраһыҙ тыуған яҡтарына ҡайта. Уның хәрби билетында ла “Яраланмаған, строевой хеҙмәткә яраҡлы” тип яҙылған һәм наградалары тураһында ла мәғлүмәттәр бирелгән. Уның “Батырлыҡ өсөн”, II дәрәжә Ватан һуғышы ордены, “1941—1945 йылдарҙағы Бөйөк Ватан һуғышында Германияны еңгән өсөн”, юбилей миҙалдары бар.
Ҡайтҡас та еңел тормош көтөп тормай уны. Иптәше Ғиләж менән баш-көллө булғансы тип Үзбәкстан яҡтарына сығып китәләр. Биш йыл ғүмер иткәс, тыуған тупраҡ кире тарта. Ҡайтып Илкәш ауылына төпләнәләр. Дүрт балаға ғүмер бирәләр. Өс ул (Фәнзил, Рәзил, Салауат) һәм Рәсимә исемле ҡыҙ үҫтерәләр. Балалары бөгөнгө көндә пенсияла. Ике ейән һәм һигеҙ ейәнсәргә олатай, өләсәй булалар улар, ун ике бүләре бар. Рәшиҙә апайҙың тормош иптәше Ғиләж ағай ҙа фронтовик. “Беҙҙең өйҙә ике һуғыш ветераны һәм өс Совет Армияһы һалдаты”-тип әйтә ул. Бөтә яҡтан да маҡтауға лайыҡ ғаилә. Бергә алтмыш ике йыл ғүмер кисерәләр. Үкенескә ҡаршы, Ғиләж ағай яҡты донъянан Рәшиҙә апайға ҡарағанда иртәрәк китә. Ауырлыҡтарға бирешмәгән Рәшиҙә Афзалетдин ҡыҙы Юлдашева бер эштән дә ҡурҡмай. Ә һалған икмәктәре, бешергән бәлештәре, тәмлекәстәре телде йоторлоҡ. Видеотаҫмала ла өҫтәл тулы һый-ниғмәт. Был ҡулдар барыһын да булдыра. Кәрәк булһа, дошманға ҡорал тотоп ҡаршы сыға. Кәрәк булһа, наҙлы ҡатын, ҡайғыртыусан әсәй ҙә була. Һатыусы булып та, быҙау ҡараусыһы ла, һауынсы ла булып эшләй. Сөгөлдөрөн дә утай. Уның тырышлығын күреп, халыҡ уны Әлкә ауылы советы ауыл биләмәһе советына ла дүрт тапҡыр депутат итеп һайлай. Бына шулай снайпер Рая тыныс тормошта ла ҡайнап йәшәгән.
Әлеге ваҡытта ҡулыма уның тураһында ошондай материалдар килеп эләккәс, яҙмай булдыра алманым, сөнки улар- Еңеү һалдаттары. Бөгөнгө тыныс тормошобоҙ өсөн беҙ уларға мәңге бурыслы. Һуғыш ветерандарыбыҙ ҙа бармаҡ менән генә һанаулы ҡалды. Килер бер көн- уларҙың береһе лә булмаҫ. Улар тураһында хәтирәләрҙе,иҫтәлектәрҙе китап, матбуғат битенән генә уҡырбыҙ. Әммә шундай кешеләр тураһында оноторға хаҡыбыҙ юҡ. Улар беҙҙең өсөн ғүмерҙәрен йәлләмәгән, утҡа-һыуға ингән. Эйе, беҙҙең йәштәге кешеләр быны аңлай, ҡәҙерләй. Йәш быуын да быны йөрәге аша үткәреп, беҙ тойған хистәр менән сорналып, ветерандарыбыҙҙы хөрмәтләп иҫкә алһындар ине, киләсәк быуынға тапшыра килһәләр ине.
Салихова Лилиә Әнүәр ҡыҙы, МАМУ “Шишмә ултыраҡ-ара китапханаһы”, китапханасы, “Башҡортостан Республикаһы ҡатын-кыҙҙар союзы” ойошмаһы ағзаһы.