Герб Чишминского района

Муниципальное автономное учреждение культуры
«Чишминская районная межпоселенческая библиотека»
муниципального района Чишминский район Республики Башкортостан

«Памяти поэта фронтовика Рахима Саттара»

                                                                    Инеш һүҙ

Инде Бөйөк Ватан һуғышы бөткәненә күп йылдар үтте. Беҙ фашизмды еңдек, әммә был еңеү беҙгә еңелдән килмәне. Биш йылға яҡын барған ошо һуғышта күпме беҙҙең батырҙарыбыҙ яу яланында, сит ерҙәрҙә ятып ҡалды, күпме кеше бөтөнләй хәбәрһеҙ юғалды. Хәбәрһеҙ юғалыусылар араһында беҙҙең яҡташыбыҙ, шағир Рәхим Саттар ҙа бар. Ул Муса Йәлил менән бергә дошмандарға ҡаршы көрәш алып бара. Муса менән бергә дошман тылында бик күп кешеләр була.

Был төркөмдөң әүҙем ағзалары: яҙыусы Абдулла Алиш, уҡытыусы Гайнан Курмашев, шулай уҡ журналист һәм беҙҙең яҡташыбыҙ Рәхим Саттар.

Муса Йәлилдең көрәштәше булған, беҙҙең яҡташыбыҙ Рәхим Саттарҙың тормош юлы һәм ижады менән таныштырып, уның тураһында эҙләнеүҙәрҙе дауам итеү ине маҡсатым. Был кешенең фотоһы Муса Йәлилдәргә арналған таҡтаташта ла юҡ, уның исеме геройҙар исемлегендә лә тормай, хатта уның ҡәбере лә билдәһеҙ. Әммә ул илебеҙ кешеләренең хөрмәт менән иҫкә алыуына лайыҡ.

Ҡыҙғанысҡа күрә, Саттар тураһында материалдар бик аҙ. Уның тураһында райондың китапханаһынан бары тик бер генә китап таптым.Ул да булһа рус телендә, китап « Рәхим Саттар» тип атала. Бында Саттарҙың улы Илдең атаһы тураһында хәтирәләре  бар, шулай уҡ шиғырҙары баҫылған.

Рәхим Саттарҙың биографияһы менән ҡыҙыҡһынғанда, шулай уҡ интернет селтәренән бер ни тиклем материалдар тупланым. Унда Рафаиль Мостафиндың « Бүленгән йыр эҙенән, Китап-эҙләнеү» китабы менән таныштым. Китапта автор Муса Йәлил һәм уның көрәштәштәре тураһында үҙенең уйҙары менән уртаҡлаша. Бер очеркы Рәхим Саттарға арналған.

 

 

Скачать (DOCX, 4.64MB)