Герб Чишминского района

Муниципальное автономное учреждение культуры
«Чишминская районная межпоселенческая библиотека»
муниципального района Чишминский район Республики Башкортостан

16 июнь башҡорт халҡының данлыҡлы батыры, ҡурҡыу белмәҫ яугир, шағир Салауат Юлаевтың тыуған көнө билдәләнә.

#СалауатЮлаевтыңтыуыуына270йыл
16 июнь башҡорт халҡының данлыҡлы батыры, ҡурҡыу белмәҫ яугир, шағир Салауат Юлаевтың тыуған көнө билдәләнә. Үҙ халҡының азатлығын, ер-һыуын яҡлап, 19 йәшендә генә иҙеүселәргә ҡаршы күтәрелгән, 22 йәшендә бригадир дәрәжәһенә еткән, меңәрләгән яугирҙан торған ғәскәрҙе яуға алып сыға алған егеттең исеме үлемһеҙ — ул дәүерҙән әллә күпме йылдар үтһә лә, башҡорт халҡының йөрәгендә һүнмәҫ нур булып һаҡлана. Юлаев… Халҡыбыҙ күңелендә урын алған иң бөйөк шәхестәрҙең береһе, батырлыҡ һәм тоғролоҡ өлгөһө, милләтебеҙҙең рухи ҡаһарманлыҡ символы. Быуаттар аша ла милләтте берләштерер ил азаматы ул Салауат! Башҡортостан Республикаһының Дәүләт гербы үҙәгендә Салауат һыны тора, баш ҡалабыҙ Өфөгә килеүселәрҙе алыҫтан уҡ Салауат һәйкәле сәләмләй. Уны данлап кемдәр генә шиғыр, йыр яҙмаған да, кемдәр генә сәсмә әҫәр, балет, опера, картина, фильмдар ижад итмәгән!

Бейектә оса ҡоҙғон ҡош,
Унан бейек осар ыласын бар.
Ыласындан да бейек оса торған
Ҡош батшаһы — ҡыйғыр бөркөт бар.

Шул бөркөттәй, егет, батыр бул,
Тайғаныңда таян дуҫтарға.
Яуҙа, арыҫландай ажғырып,
Йән аямай ташлан дошманға! (С.Юлаев)