Герб Чишминского района

Муниципальное автономное учреждение культуры
«Чишминская районная межпоселенческая библиотека»
муниципального района Чишминский район Республики Башкортостан

14 декабрь – Башҡорт теле көнө!

14 декабрь – Башҡорт теле көнө!
Барығыҙҙы ла иң матур, иң яғымлы телдәрҙең береһе булған туған телебеҙ көнө менән ҡотлайбыҙ!
Һәр башҡорт үҙ туған телен белһен. Туған телебеҙ йәшәйешебеҙҙең нигеҙе булһын. “Туған тел!» һүҙе беҙгә ҡәҙерле һәм ғәзиз булһын! Туған тел – тормош сығанағы, белем шишмәһе. Һәр башҡорт өсөн телебеҙҙең һәр һүҙе матур, яғымлы, йомшаҡ, яҡын булһын. Туған телен һәр әсә балаһына өйрәтһен, ә бала ҙур бүләктәй ҡабул итеп, өйрәнһен. Туған теленә ихтирамлы кеше үҙ иленең, төбәгенең, ғаиләһенең шәжәрәһен, тарихын ҡәҙерләй. Башҡорт үҙ телен һаҡлап, үҫтереп, уның матурлығын һәм сафлығын юғалтмай, ҡәҙерләп йәшәһен.
Телебеҙ беҙҙе берләштерһен!

14 декабря – День башкирского языка! Поздравляем с Днем родного языка – одним из самых красивых, самых приятных! Каждый человек должен знать свой родной язык. Родной язык – источник жизни, источник знаний. Пусть для каждого башкира каждое слово нашего языка будет красивым, ласковым, мягким, близким. Пусть каждая мать учит своего ребенка родному языку, а ребенок пусть учится, принимая его за большой подарок. Человек с большим уважением к родному языку дорожит родословной, историей своей страны, региона, семьи. Пусть каждый башкир живет бережно сохраняя и развивая свой язык, не теряя его красоты и чистоты.
Пусть наш язык объединяет нас!