Герб Чишминского района

Муниципальное автономное учреждение культуры
«Чишминская районная межпоселенческая библиотека»
муниципального района Чишминский район Республики Башкортостан

14 декабрь – башҡорт халҡының билдәле мәғрифәтсеһе М.Аҡмулланың тыуған көнө.

 

14 декабрь – башҡорт халҡының билдәле мәғрифәтсеһе М.Аҡмулланың тыуған көнө. Был көндө Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы башҡарма комитеты Башҡорт теле көнө тип иғлан итте. Башҡорт теле- ата-бабаларыбыҙҙың иң ғәзиз бүләге, халҡыбыҙҙың тәрән аҡылын, фәһемле тарихын, йолаларын бергә туплап, беҙҙең көндәргә тиклем алып килгән. Телдә бөтә халыҡ сағыла. Башҡорт теле-халҡыбыҙҙың мәңге тере тарихы. Үҙ туған теле барҙың үҙ туған рухы бар. Теле барҙың иле бар, иле барҙың даны бар, тигән сәсәндәр. Хәҙерге башҡорт теле һәр яҡлап үҫкән телдәрҙең береһе.   Туған телдә халыҡтың тормошо һәм уның Тыуған илгә булған ҡайнар мөхәббәте сағыла. Беҙҙең телебеҙ нәфис, һығылмалы, бай һәм яғымлы.Туған телде ҡәҙерләп һаҡлаусы, киләсәк быуынға еткереүсе халыҡ булһа, уның нәфислеге, моңо – әҙиптәр ҡулында. Әлбиттә, башҡорт теле тураһында яҙмаған шағир, яҙыусы юҡтыр ҙа. Һәр әҙип үҙ теленә ҡарата күңелендә булған һөйөүен шиғри юлдарға һала. Башҡорт теле, мәғрифәтселек тип янып йөрөүсе шағирҙәр күп. Шуларҙың береһе-Аҡмулла. Ул белемгә өндәгән, әҙәпле, сабыр, кешелекле булырға саҡырған. Азатлыҡ, бәхет, яҡты тормош тик уҡыу, мәғрифәт аша ғына килеүен аңлатырға тырышҡан. Халҡыбыҙ юҡҡа ғына нәҡ Аҡмулланың тыуған көнөн башҡорт теле көнө менән бәйләмәй. Улар бер бөтөн. Бер-береһе менән үрелеп килә һәм беҙгә Аҡмулла аҡылы, Аҡмулла һабаҡтары, Аҡмулла шиғриәте бик тә ҡәҙерле. Аҡмулланың ижады беҙҙең барыбыҙ өсөн дә ысын мәғәнәһендә тормош һабағы булып тора.

Скачать (PPTX, 7.6MB)