УҠЫТЫУСЫМА – Мостай Кәрим
УҠЫТЫУСЫМА – Мостай Кәрим
Иҫемдә алтын һуҡмаҡҡа
Тәү аяҡ баҫҡан көнөм —
Тәүбашлап мәктәп ишеген
Үрелеп асҡан көнөм.
һин, уҡытыусым, шундай наҙлап
Ҡараның күҙҙәремә,
һүнмәҫлек ҙур дәрттәр һалдың
Бәләкәс йөрәгемә.
Һин һөйләнең бәхетемдең
Аҡлығы тураһында,
Тыуған илдәге халыҡтың
Шатлығы тураһында.
һин етәкләп мендең мине
Тауҙарҙың бейегенә,
Алып киттең далаларға,
Диңгеҙҙәр киңлегенә…
һин яратырға өйрәттең
һәр бер биҙәген ерҙең,
Йондоҙло зәңгәр күктәрҙең
Серҙәрен асып бирҙең.
Яҡтыртты һәр бер көнөмдө
Ҡояш
Нурҙары менән,
һин яҡтырттың күңелемде
Ленин уйҙары менән.
Иҫемдә алтын һуҡмаҡҡа
Тәү аяҡ баҫҡан көнөм —
һәм тормошом китабының
Тәү битен асҡан көнөм.
В книге Карим М. Собрание сочинений в 5 томах, т.1/Мустай карим. – Уфа: Китап, 1971. – с.132. – на баш. яз.