Мостай Кәрим Көҙ
Мостай Кәрим Көҙ
Тымыҡ күл буйҙарын оя иткән
Өйрәктәр ҙә китте алыҫҡа,
Хушлаштылар бөгөн улар менән
Бергә үҫкән һылыу ҡамыштар.
Көҙ ҡояшы йөҙә зәңгәр күктә,
Шаян елдәр уйнап үтәләр,
Суҡлы шәл ябынған ҡайындырҙың
Һары шәл суҡтарын һүтәләр.
Өй алдында яңғыҙ ҡарт тирәгем
Һуңғы япраҡтарын ҡаҡһа ла,
Тормошта яҙ –
Сирень ағастары
Сәскә ата кеүек баҡсала… 1936г.
В книге: Карим М. Сочинения в 5 томах т. 1 (стихотворения, поэмы, либретто)/Мустай Карим. -Уфа, Китпа, 1995. – с.10