Герб Чишминского района

Муниципальное автономное учреждение культуры
«Чишминская районная межпоселенческая библиотека»
муниципального района Чишминский район Республики Башкортостан

ҺАЛДАТ РУХЛЫ ТОРМОШСАН ИЖАД

 Яҙыусының тәүге әҫәре йыш ҡына уның йәшәү принциптарын да, ижад йүнәлештәрен дә ярайһы уҡ тулы билдәләүсән. Динис Исламовтың 1951 йылда яҙылған «Беренсе көн» исемле тәүге хикәйәһе менән дә шулай булды. “Тормош яҡшы нәмә, бик яҡшы нәмә ул тормош. Намыҫлы йәшәгән кеше өсөн ул икеләтә ҡәҙерлерәк”, — ти ундағы бер персонаж. Хикәйәлә һүрәтләнгән өс быуын кеше­ләренең (Иван Сергеевич, Анна Ивановна, Рәшит (Һәр береһе был хәҡиҡәткә үҙенсә килә. Әммә уларҙың һәммәһенә хас уртаҡ сифаттар ҙа бар. Был — ауырлыҡтар алдында ҡаушап төшмәү, уларҙы еңеп сыға белеү, ниндәй генә ҡаршылыҡтарға осрағанда ла һәр саҡ кеше булып ҡала алыу, ҡаһармандарса йәшәү… Барлыҡ был сифаттарҙы Динис Исламовтың үҙенә лә — тормош юлына һәм әҫәрҙә­ренә ҡарата ла әйтергә мөмкин.

Скачать (DOCX, 811KB)