“Шағир. Фронтовик. Шәхес. Поэт. Фронтовик. Человек”: справочное пособие к 100 летию со дня рождения Мусы Гали
Эй, ғәзиз ер!
«Тыуған ерем…муйыл сәскә ҡоя…
Күрҙем быны күпме яҙҙарҙа!
Муйыл сәскәләре яуған ерем,
Китмәнем мин һинән ҡайҙарға?!
Иҫкә килгән һайын үткән көндәр,
Талды күңелем, уйға солғанып.
Ҡалай үттем шул саҡлы уҡ юлды,
Ҡойондарҙа нисек сыҙаным?!
Үҫтем, ерем, һиндә ниндәй ябай:
Мин һуҙманым ҙурға өмөттө,
Тупрағыңа баҫһам, бәхет, тинем,
Һыуҙарыңды эсһәм, шул етте.
Ошо ине һиңә минең һөйөү,
Яуҙарҙа ул янды үс булып,
Ныҡлыҡ бирҙе баҫҡан тупраҡтарым,
Эскән һыуым һеңде көс булып.
Ошо ине һиңә минең һөйөү…
Инде тыңла рәхмәт һүҙемде:
Һиндә тәпәй баҫып нығынмаһам,
Мин юлдарға сығыр инемме,
Ҡойондарҙа сыҙар инемме?
Эй, ғәзиз ер!..»
/М. Ғәли, 1956/
Гареева, Р.Ф. “Муса Гали – поэт родного края”: Справочное пособие на башк. и русском языках: [к 100-летию со дня рождения башкирского поэта Мусы Гали]/Р.Ф. Гареева, библиограф ИБО, МАУК “Чишминская районная межпоселенческая библиотека, 2023.- 70 с., илл.