Герб Чишминского района

Муниципальное автономное учреждение культуры
«Чишминская районная межпоселенческая библиотека»
муниципального района Чишминский район Республики Башкортостан

Ябалаҡлы ауылы тарихы

Ябалаҡлым – ауылым минең

 

Ябалаҡлым, ауылым минең

Олокүлем, Өйҙөрәгем, Димем.

Төндә төштәремдә һәр көн иҫтәремдә

Онота алмам һеҙҙе тимен.

Һандуғасың һайрай таңдарҙа,

Балдар ғына тама талдарҙан.

Ҡараңғы төндәрен ябалаҡ тауышы

Шаңдау булып ҡайта тауҙарҙан.

Йәшел хәтфә генә болондарың,

Көмөштәй саф эсер һыуҙарың.

Быуаттарҙың серен мәңгелеккә һаҡлай

«Алтын һандыҡ»  Әүлиә тауҙарың.

Тарихың бай, ауылым,  һөйләрлек,

Ҡобайырҙар итеп көйләрлек,

Тыумаҫ тимә һиндә ғәйрәтле батырҙар

«Алаҫ» әйтеп, ыласын      сөйәрлек.

Ябалаҡлым, ауылым, минең

Яҡты йондоҙ аяҙ күгемдә,

Һүнмәҫ ҡояшым һин, ябалаҡ ҡошом һин

Мәңге балҡы йөрәгем түрендә.

 

 /Лена БУЛАТОВА, Шишмә районы/

Скачать (PDF, 3.27MB)