Герб Чишминского района

Муниципальное автономное учреждение культуры
«Чишминская районная межпоселенческая библиотека»
муниципального района Чишминский район Республики Башкортостан

В 2020 году литературный мир Республики Башкортостан отмечает десятки юбилеев гениев пера. Катиба Киньябулатова – одна из самых популярных поэтесс и писателей в башкирской литературе.

Салихова Л.А.

Кәтибә Кәрим ҡыҙы Кинйәбулатова 1920 йылдың 15 сентябрендә Силәбе өлкәһенең Арғаяш районы Мәүлет ауылында уҡытыусы ғаиләһендә тыуған. Әҙибә тыуған яғы  тураһында иҫ киткес йылы  тойғолар кисереп, былай тип яҙа: ”Көньяҡ Урал типһәнендә гүзәл Ильмен за­поведник бар икәнен ишеткән йә күргәнһегеҙ­ҙер… Владимир Ильич Ленин исемен йөрөтә ул. Ә уның ҡуйынындағы Арғужа күлен беләһегеҙме икән һуң һеҙ? Был күл, үркәс-үркәс күгәреп ятҡан Урал итәгендә баланлы-яланлы, ҡарағат-муйыллы утрауҙарҙы ҡосаҡлап, мине лә ҡур­салап, үҫкән ҡамыштарҙың зифалығына, һыуым­дың, һауамдың да шифалығына тиңдәштәр булға­ны юҡ ул был яҡты донъяҡайҙарҙа! тигәндәй, көн­гә ҡаршы бар булғаны менән ялтырап, маһайып ята. Арғужа күленең ҡап уртаһынан сығанағы шу­лай уҡ  Урал һырттарына тоташҡан Миәс йылғаһы ағып сыға. Миәс йылғаһы – Көньяҡ Уралдың иң матур йылғаларының береһе. Уның тирәләй бик күп башҡорт ауылдары урынлашҡан. Миәс, мөһа­бәт Арғужаға сумып сығып, алты-ете саҡрым урында минең тыуған ауылым- Мәүлит төйәкләнгән. Ошо яҡтарҙа олатайҙарым, бабайҙарым иген иккән, бүре, телкө һуҡҡан, балыҡ аулаған.”

Башланғыс белемде Кәтибәгә атаһы бирә. Әҙибә атаһын бик хөрмәтләп иҫкә ала:”Совет власе тыуғас та, атайым Миәс буйы башҡорттары араһынан тәүге уҡытыусы -мөғәл­лим булып киткән. Ул үҙе тыуып-үҫкән яҡ тәбиғәтенә ысын мәғәнәһендә ғашиҡ кеше ине. Шиғыр яҙмаһа ла, күңеле менән бөткәне шағир ине. Мәғрифәткә, аң-белемгә ынтылыусыларҙың береһе булараҡ, элек файҙаһыҙға мәҙрәсәлә үткәргән ва­ҡытын әле түңәрәкләп ҡалырға ашыҡҡандай, көнө- төнө ҡулына ни эләкһә – шуны уҡыр ине, әле мин яҙыу танымаҫ элек Ғабдулла Туҡай, Бабич, Аҡ­мулла шиғырҙарын атайымдан ишетеп кенә ҡай­һыһын ятлап та өлгөрө инем.”

Артабан Кәтибә Мөхәмәтҡол мәктәбен тамамлай. Аң-белемгә, мәҙәниәткә ынтылған ҡыҙ Өфөгә килә. Ул 1933 йылдан  Б. Нуриманов исемендәге Өфө педагогия эшселәр факультетында уҡый һәм уны 1938 йылда тамамлай. 1939 йылда Тимирязев исемендәге Башҡортостан педагогия институтына уҡырға инә, әммә уны тамамлап өлгөрмәй. 1938 йылда атаһы репрессияға эләгә, тиҙҙән әсәһе лә вафат була. Ул ситтән тороп уҡыу бүлегенә күсә һәм Силәбе өлкәһенең Ҡолой урта мәктәбендә уҡытыусы, унан һуң директорҙың уҡыу-уҡытыу буйынса урынбаҫары булып эшләй. Етем ҡалған биш ҡусты-һеңлеһен тәрбиәләп үҫтерә. Кәтибә Кәрим ҡыҙы 1953 йылға тиклем мәктәптә эшләй, унан һуң Өфөгә күсеп, “Әҙәби Башҡортостан” журналына хеҙмәткәр булып килә. 1963 йылда Мәскәүҙәге Юғары әҙәби курстарҙы тамамлай. “Башҡортостан ҡыҙы” журналын ойоштора һәм уның тәүге баш мөхәррире була.
Шағирә һәм прозаик Кәтибә Кинйәбулатова Бөйөк Ватан һуғышына тиклем үк әҙәби ижад менән шөғөлләнә башлай. Республика гәзит, журналдары биттәрендә шиғырҙары, мәҡәләләре даими донъя күрә. 1954 йылда “Тәүге сәскәләр” тигән беренсе шиғырҙар китабын сығара. Унан һуң “Алтын тояҡ аҡ кәзә” тигән китабы нәшер ителә. “Йәшел япраҡтар” тигән шиғырҙар китабында шағирәнең таланты нескә лирик булараҡ асыла.
“Һүнмәҫ мөхәббәт”, “Мин йырлайым”, “Йондоҙҙар бейей”, “Саҡыр мине”, “Әсә һулышы” тип аталған китаптарында К. Кинйәбулатова оҫта һәм һиҙгер лирик сифатында күҙ алдына баҫа. Үҙ ғүмерендә ул 25-тән ашыу китап сығарҙы. Кәтибә Кинйәбулатова проза жанрында ла эшләне. “Терелергә әйтер һүҙ”повесында ул һуғышта һәләк булған башҡорт ҡыҙы Маһипәрүәз Сакаеваның ҡаһарман образын тыуҙырҙы. Балалар өсөн яҙылған “Атай тауышы”, “Партизан ейәнсәре” повестары ла һуғыш йылдары ваҡиғаларына арнала.  Бәхеттең барлығына инаныу, рухи ныҡлыҡ Кәтибә Кинйә­булатова өсөн һәр саҡ йәшәү рәүеше, тормошоноң нигеҙе булып ҡалды. “Бер һулауың үҙе ял ғына, ер өҫтәре ап-аҡ ҡap ғына” – шағирә донъяны ошолай саф төҫтә күрергә өйрәнгән. Буталсыҡ замандарҙа ла ул донъяға, кешеләргә ышанысын юғалтмай. “Бейеклектән күңелем һүрелмәй”, “Аҡ нур булып балҡыны”, “Һөйөгөҙ һеҙ, әйҙә, һөйөлөгөҙ” – шиғырҙарҙың исемдәренән үк емөт һәм нур бөркөлөп тора. “Юҡты юрамағыҙ” тигән шиғырын Кәтибә Кинйәбулатова бына ниндәй һүҙҙәр менән йомғаҡлап ҡуя:

Ҡартайыу юҡ! Юҡты уйламағыҙ,

Тирә-яғым – яҙғы гөл-баҡса.

Ана нисек һандуғастар һайрай,

Гел мөхәббәт кенә был башта!

Шағирәнең донъяһы бына шулай мөхәббәтле, кеше­ләргә ул һөйөү менән ҡарай, яратып өндәшә, Ерҙәге күп матурлыҡтарҙы ул тик үҙенсә күрә, үҙенсә ишетә.

Бына ошо әҙәбиәт һәм журналистика өлкәһендәге оло хеҙмәттәре өсөн Кәтибә Кәрим ҡыҙы “Почет Билдәһе” ордены, бик күп миҙал менән бүләкләнә. Ул – Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге дәүләт премияһы лауреаты.

Шағирә   Кәтибә Кинйәбулатова  былай тип яҙғайны:

Күпме йәшәрмен мин – белмәйем,

Етмеш микән, әллә һикһәнме.

Һикһән булһа, әле ғүмерҙең

Яртыһын ғына үткәнмен.

Кәтибә апай һикһәнде арттырып, туҡһан йәшен тултырып, матур, оҙон ғүмер юлы үтте. Үҙенең бар булмышын халҡына арнаны. Уның бөтә ғүмере- туған халҡына хеҙмәт  итеү булды. Ә  инде  һоҡланғыс ижады – беҙгә һәм  киләсәк быуындарға ысын – ысындан да  аҫыл хазина ул.  Билдәле шағирыбыҙ Рауил Бикбаев әйткәнсә,  беҙҙең  күңелдәрҙә Кәтибә апай Кинйәбулатова иленең күңел ҡошо булып һаҡланасаҡ.  Үҙенең шиғырында ла бит ул:

Тыуған илем тим дә, һүҙ башлайым,

Тыуған илем – Башҡортостаным.

Уны ҙурлап тик бер һүҙ әйткәндә,

Әйләнһәмсе һайрар ҡошҡа мин.-тип яҙҙы.

Эйе, Кәтибә Кинйәбулатованың был изге теләге ҡабул булды. Шиғри һәләте һәм ижади хеҙмәте уны күңел ҡошо итте. Иленең, барыбыҙҙың да күңел ҡошо булып ҡалды.