Шоңҡар журналы биттәре буйлап
Шоңҡар журналы биттәре буйлап
1990 йылдарға тиклем башҡорт йәштәре өсөн үҙ аллы бер ниндәй ҙә баҫма булманы. «Ленинсы» нигеҙендә башҡорт йәштәре өсөн үҙ аллы Йәшлек гәзите барлыҡҡа килде. Шул уҡ ваҡытта йәштәр журналы асыу мәсьәләһе тыуа.
Ул саҡта йәштәр журналы Ағиҙел журналында Журнал эсендә журнал булып сыға. Артабан 1993 йылдың аҙағында Башҡортостан китап нәшриәте альманах рәүешендә йәштәр журналының тәүге һанын нәшер итә.
1994 йылдың ғинуарында рәсми теркәлеү үткәндән һуң, Шоңҡар журналы, үҙ аллы баҫма булараҡ, баҫыла башлай.
Ә хәҙер, Башҡортостан йәштәр журналы Шоңҡарҙың 1-се һанына күҙ һалайыҡ:
Журналдың был һаны уҡымлы һәм фәһемле яҙмаларға бай.
Журналдың тышында Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы бейеүсеһе Лилиә Усманова биҙәй. Талантлы ҡыҙ хаҡында “Бейеү өсөн генә яралған ул…”, тигән әңгәмәлә танышырға мөмкин.
Баҫмала өлгөлө йәштәр хаҡында фәһемле мәҡәләләр, мауығып уҡырҙай әҙәби әҫәрҙәр бар: Рәзинә Зәйнетдинованың “Вахтовик Наҙгөл”, Венер Исхаҡовтың бөгөн МХО-ла батырҙарса алышҡан Илнур Ғөбәйҙуллин хаҡында “Ҡурайҙы ҡоралаға алмаштырып” тигән яҙмалары донъя күргән.
Гөлдәр Ғәбитованың “Шәрифә” исемле повесын да тетрәнмәйсә уҡыу мөмкин түгел.
Фәриха Вәлиуллинаның “Йәйғорло күпер” хикәйәһе лә уйға һала…
Йә, ярай, бөтәһен дә һанап тормайыҡ. Тағы ла нимәләр барлығын журналды ҡулығыҙға алғас үҙегеҙ күрерһегеҙ.
