Герб Чишминского района

Муниципальное автономное учреждение культуры
«Чишминская районная межпоселенческая библиотека»
муниципального района Чишминский район Республики Башкортостан

День башкирского языка

Ҡара-Яҡуп ауыл китапханаһында башҡорт теле көнөнә арналған “Аҡмулланың аҡ юлынан” исемле шиғриәт сәғәте утте. Был сарала Мифтәхетдин Аҡмулланың тыуған көнөнә арнап уҡыусылар М.Аҡмулланың тормошо һәм ижады менән таныштылар, презентация ҡаранылар. Шулай уҡ сараға әҙерләнгән “Милләтемдең тере йәне- башҡорт теле” тигән китап күргәҙмәһе менән таныштылар. Сарала уҡыусылар М.Аҡмулланың “Башҡорттарым уҡыу кәрәк”, Ш.Бабичтың “Беҙ үҙебеҙ-башҡорттар” И.Кинйәбулатовтың “Мин-башҡорт”, З. Биишеваның “Башҡорт теле” тигән шиғырҙарын һөйләнеләр.
Башҡорт теле- ата-бабаларыбыҙҙың иң ғәзиз бүләге, халҡыбыҙҙың тәрән аҡылын, фәһемле тарихын, йолаларын бергә туплап, беҙҙең көндәргә тиклем алып килгән. Телдә бөтә халыҡ сағыла. Башҡорт теле-халҡыбыҙҙың мәңге тере тарихы.Үҙ туған теле барҙың үҙ туған рухы бар. Теле барҙың иле бар, иле барҙың даны бар, тигән сәсәндәр.
14 декабрь – башҡорт халҡының билдәле мәғрифәтсеһе М.Аҡмулланың тыуған көнө. Был көндө Бөтә донъя башҡорттары Ҡоролтайы башҡарма комитеты Башҡорт теле көнө тип иғлан итте. Ата-бабаларыбыҙҙың изге аманаты – башҡорт телен киләһе быуынға еткереү һәр кемдең изге бурысы икәнлеген онотмаһаҡ ине.