Герб Чишминского района

Муниципальное автономное учреждение культуры
«Чишминская районная межпоселенческая библиотека»
муниципального района Чишминский район Республики Башкортостан

Праздник “Чак-чак” сценарий

Скачать (PPTX, Неизвестный)

Сәк-сәк байрамы

 Залда башҡорт аш –һыу төрҙәре тип аталған стенд, өҫтәл милли колоритлы таҫтамалдар менән биҙәлгән, унда  ҡамырҙан бешерелгән аш төрҙәре.

Сара  Радик Юлъяҡшин башҡарыуында йыр менән башлана

Гөлнара Рәшитова һүҙҙәре,

Музыка: Урал Султанов

1 слайд

“Сәк-сәк”

 

1) Бер байрам да үтмәй беҙҙә

Йырҙарһыҙ һәм бейеүһеҙ,

Бер табын да булмай беҙҙә

Сәк-сәксәкһеҙ, тәмле сәйһеҙ.

Үҙе баллы, үҙе татлы

Ирендәрең төҫлө,

Әллә сәк-сәк яратҡанға

Күңелем бигрәк  хисле.

Ҡушымта:

Сәк-сәк, эх, татлы ла,

Сәк-сәк, эх, баллы ла!

Сәк-сәк, эх, тәмле лә,

Телдәрҙе йоторлоҡ.

Сәк-сәк, эх, татлы ла,

Сәк-сәк, эх, баллы ла!

Сәк-сәк, эх, тәмле лә,

Доньяны он(о)торлоҡ.

2) Баллы ризыҡ яратҡандар-

Асыҡ күңеллеләр,

Кәйефтәре күтәренке,

Һәр саҡ һөйкөмлөләр.

Шуның өсөн сәк-сәк менән

Сәйҙе йыш эсһәгеҙ,

Йөҙкәйегеҙ гел шат булыр,

Артасаҡ   көсөгөҙ.

2 слайд

1 Алып барыусы:

 

Сәк-сәк кеүек тәмле ризыҡ
Өҫтәлдәрҙе биҙәгән,
Шуға күрә беҙҙең халыҡ
Өҫтәленән өҙмәгән.

 

2 Алып барыусы:

Сәк-сәкте һуң кем яратмай,

Бик тәмле бит ул сәк-сәк.

Ниндәй ҙә шат булыр инек,

Көндә сәк-сәк бешерһәк.

Сәк-сәк байрам һыйы ғына,

Көндә дә байрам буламы,

Аш ашап өйрәнгән кеше

Сәк-сәк ашап туямы?

Шуға уның исеме лә

Аҙ ғына , сәк-сәк кенә.

Ана, майҙа бешеп сыҡты,-

Көтөп тор саҡ-саҡ ҡына.

Г. Юнысова

 

Башҡорт бейеүе. Сәк-сәк бешереү элементтарын ҡулланып башҡарыла.

 

1 Алып барыусы:

 

Башҡорт халҡының милли ризыҡтары бик күп. Шуларҙың затлыһы,
моғайын, сәк-сәктер. Уны төрлө тантаналы сараларға, бигерәк тә, никахҡа, туйға, балаға исем ҡушыу, Ҡөрьән уҡытҡанда, дини байрамдарҙа бешерәләр. Уны иң дәрәжәле ҡунаҡтарҙы ҡаршы алғанда ҡулланалар. Ҡунаҡтарға бүләк итеп тапшырыу ҙа матур күренеш.

3 слайд

2 Алып барыусы: Шулай шул. Леонид  Якубовичтың “Мөғжизә яланы” тапшырырыуына күстәнәскә  ла төрки телле халыҡтар вәкилдәре сәк-сәк, бауырһаҡ бешереп алып бара.  Тапшырыуҙы алып барыусы ла беҙҙең аш –төрө икәнен белеп бөткән. Әйткәндәй, Башҡортостандан Азат Атанғолов “Мөғжизә яланы” уйынына барып, бер юлы ике музыка ҡоралында уйнап ҡайтты. Хатта Якубович та түҙмәй бейергә төшөп китә. Аҙаҡ Азат сәк-сәк бүләк итте.

 

4-5 слайдтар

 

1 Алып барыусы:  Афарин егет тип әйтергә генә ҡала инде Азат тураһында!  Эй, ҡара әле, ниндәй матур зауыҡлы итеп биҙәлгән сәк-сәктәр! Биҙәүҙәренә шул хәтлем күҙ ҡыҙа. Ирекһеҙҙән, теләһәң дә теләмәһәң дә ҡул үҙенән үҙе сәк-сәккә үрелә. Әммә уларҙы һәр кем дә оҫта бешерә, затлы итеп биҙәй белмәй шул. Арабыҙҙа ундайҙар бармаҡ менән һанарлыҡ ҡына.

 

2 Алып барыусы: Ә бөгөн беҙҙә шундай оҫтабикәләр йыйылған. Улар әҙерләгән был затлы аҙыҡҡа ҡарап, ауыҙҙан һыуҙар килә. Беҙ уларға бөгөн һүҙҙе бирәбеҙ. Башта уларҙың бешереү оҫталығына баһа биреү өсөн жюри ағзалары менән таныштырып китәбеҙ.

 

Улар:

1.

2.

3.

 

1 Алып барыусы: Хәҙер һүҙҙе хужабикәләргә бирәбеҙ. Улар үҙҙәренең визиткаһы менән сығыш яһап, сәк-сәк бешереү оҫталығы менән бүлешәсәк.

 

Визитка өсөн темаға ярашлы шиғыр юлдары, бейеү, йыр алырға мөмкин.

 

2 Алып барыусы: Бына оҫтабикәләребеҙ сығыш та яһап бөттө. Жюри ағзалары эштәрен башҡарғансы шиғырҙар тыңлап алайыҡ.

 

 

6 слайд

Бер ҡыҙ бала һөйләй:

Сәк-сәк

Рәсимә Ураҡсина

Рәхмәт өләсәйгә,

Ярҙам итә әсәйгә,

Сәксәк бешерә сәйгә.

Мин өйрәнәм, ҡарайым,

Яйын белеп ҡалайым.

Сәксәк йөҙ йомортҡаға!

Ҡоҙағыйға, ҡоҙаға.

Бешерҙек өс көн, өс төн,

Ябып торҙоҡ та өҫтөн.

Өләсәй ҡамыр баҫа,

Үҙе беҙгә сер аса:

— Сей йомортҡа ҡамырға

Ап-аҡ онға һалырға.

Ҡамыры була йомшаҡ,

Тәгәрәтеүгә бушаҡ.

Йөҙ йомарламға бүлдем,

Һанап һалғанда белдем.

Йомарламдар һуҙыла,

Йомро «бауҙар» теҙелә.

«Бау» киҫелә шаҡмаҡлап

Бешерәбеҙ таҡмаҡлап:

«Сәскә килен сәксәге,

Килен туйҙың сәсәге.

Уңып бешһен сәксәге,

Уң булыр киләсәге!»

1 Алып барыусы:  Ә һин беләһеңме,  шундай рекорд —  6 метрлы бер тонна сәк-сәк — Ҡазанда ҡаланың 1000 йыллығын билдәләгәндә ҡуйылғайны. Был сәк-сәкте эшләү өсөн 3550  йомортҡа,  330 он,  2 кг тоҙ, 128 кг- шәкәр, 400 кг бал кәрәк булды. Сәк-сәк барыһына ла етте. 100 граммлы порция итеп бүлһәң дә 10 мең кешене ашатып туйҙырырға була.

7 слайд

2 Алып барыусы:12.02.2016 йылда беҙҙең Башҡортостанда уларҙан да арттырып ебәрҙеләр хатта. Сәк-сәктән  яһалған алтын төҫөндәге ҡурай сәскәһе Башҡортостандың символы һәм мәҙәни коды булыу ихтималлығына эйә. Рекордты Рәсәйҙең Рекордтар китабы вәкилдәре теркәне. Сәк-сәк өсөн 700 килограмм он, 7500 йомортҡа, 670 литр көнбағыш майы тотонолдо. Сәк-сәк өсөн Бөрйән балы һайланған. Ете тажлы татлы ҡурай сәскәһе өсөн 6 феләк бал сарыф ителгән.Ҡурай сәскәһе берәр метр бейеклектә, өсәр ҡат шайбанан ҡоролған. Улар үҙ-ара метр оҙонлоҡтағы һабаҡтар менән  тоташтырылған. Сәк-сәк оҫталары бер айлыҡ эште аҙна дауамында башҡарған. Өфө оҫталары бешергән донъяның иң ҙур сәк-сәген Ғашиҡтар көнөндә  «Ҡунаҡһарай» сауҙа комплексында ғашиҡтар ҙа, ғашиҡ булырға теләүселәр ҙә  тәмләгән.

 

8-9 слайдтар

1 Алып барыусы:

 Ҡазан халҡы Донъя Чемпионатына арнап, футбол тубы рәүешендә  4 тонна  26 килограмм ауырлығында сәк-сәк әҙерләне. Был сәк-сәкте әҙерләү өсөн туғыҙ мең йомортҡа, берәр тонна он һәм бал кәрәк булды. Туптың ҡара элементтары шоколад мастикаһынан эшләнгән.

10 слайд

1 Алып барыусы:

 Ә һин беләһеңме төрки телле халыҡтарҙа сәк –сәк төрлөсә аталғанын? Пешмене төрөкмәндәр бешерә. Таджиктар сәк-сәкте бешергәндә,  фисташка һәм грек сәтләүеге ҡуллана. Бохар калеве лә бешерә. Үзбәк халҡы һарыҡ майын да ҡушып ебәрә. Ҡырғыҙҙарҙа сәк-сәккә яҡын аҙыҡ төрө  тан-мошо,  санза тип атала.

 

11-12-13 слайдтар

 

2 Алып барыусы: Эйе, башҡорт халҡы борондан- борон аш-һыуға маһир булған. Бөгөн дә улар оҫталыҡтарын күрһәттеләр. Хәҙер һүҙҙе жюри ағзаларына бирәбеҙ.

 

Жюри ағзаларының еңеүселәрҙе билдәләүе.

Бүләкләү.

 

1 Алып барыусы:

Төбәгебеҙҙә йәшәүсе халыҡтың башҡорт милли аш-һыу йолаларын һаҡлау һәм тергеҙеү, йәш быуынды халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәренә ылыҡтырыу, милләт-ара татыулыҡты нығытыу бөгөнгө сарабыҙҙың төп маҡсаттарының береһе. Әле йәшәгән ауылыбыҙҙан килгән ҡәйнәләр, килендәр, еңгәләр, үҫмер ҡыҙҙар, уңған хужабикәләр тәмле май еҫтәрен таратып милли ризыҡтар- сәк-сәк, бауырһаҡ, ҡоймаҡтарын үҙ рецебына таянып бешереп килтерҙе. Бында ниндәй генә ҡамыр аштарын күрмәҫһең! Ә сәк-сәктең ниндәй генә төрө юҡ! Биҙәкләп тә, баллап та! Аш-һыуға, милли мираҫҡа ихтирам уятҡан, милли рухты үҫтергән ошо матур сара аша башҡорт ҡатын-ҡыҙҙарының уңғанлығын күрәбеҙ. Ҡайҙа ғына йәшәһәҡ тә, ниндәй тарафтарҙа йөрөһәк тә, тыуған илебеҙҙе хөрмәт итергә,  йолаларын белеп торорға, ә иң мөһиме- онотмаҫҡа, алдағы быуынға тапшырырға тейешбеҙ. Йолаһын белгән кеше, имен кеше. Күңеле  бай кеше.  Киләсәк быуын үҙ милләте йолаларында үҫһә, киләсәгебеҙҙә имен буласаҡ.

2 Алып барыусы: Бөгөнгө сарабыҙ тамамланыуға бара. Хәҙер тамашасыларыбыҙҙы, килгән ҡунаҡтарыбыҙҙы сәк-сәк менән сәй эсергә саҡырабыҙ.

14 слайд

 

 

 

 

Визиткалар өсөн шиғыр юлдары:

Ауыҙ итегеҙ ашымдан,

Сәк-сәк оҡшаш ҡурайға.

Күстәнәсебеҙ булып төшһөн ул

Беҙҙән һеҙҙең табынға.

 

******************************

Бешерелгән тәмле сәк-сәк

Ап-аҡ бойҙай ононан,

Йомортҡаға баҫылған да,

Тәмле балға ҡойонған.

 

******************************

Татлы, баллы сәк-сәгемде

Хөрмәт менән тапшырам,

Күңелдәргә хуш килер, тип

Саф күңелдән ышанам.

********************************

Бауырһаҡ. Тамара Ғәниева

Ун йомортҡа һыт та, иләп, он ҡуш,
Бер стакан аҡ май иретеп һал.
һеркә ҡушҡан семтем сода өҫтә,
Балғалаҡ тоҙ. Ҡамыр яһа шунан.
йә булдымы? Ваҡ-ваҡ киҫкелә лә
Тәгәрләтеп яһа оҙонса бау.
Борсаҡ-борсаҡ уны ҡырҡҡылап сыҡ,
Үткер бысаҡ менән йәтеш турау!
Ҡыҙғанмайҙа шыжлап бешкәнендә
һөҙгө менән бутап, болғатып тор.
Ашыҡтырма! Бауырһағың алһыу
Төҫкә инһә, табын үтә матур.
Баллап өйөп ҡуйһаң, сәк-сәк була,
Ҡалай иткәндә лә ҡотло-затлы.
Юҡҡамы ни, туйҙың иң зиннәтле
Күстәнәсе, тиҙәр бауырһаҡты.

*******************************

Бауырһаҡты кем белмәй, кем ашамай,

Кем күрмәй?! Йә, кем белмәй?!!
Барыбыҙ ҙа беләбеҙ, хатта яҡын күрәбеҙ.
Бауыр-бауыр бауырһаҡ тип,талымһаҡ та
ҡабымһаҡ тип,танһыҡ аш тип һөйәбеҙ,

Табын түрен йәмләп торған тәмле аш, тип беләбеҙ.